11:29 (UTC+5), 21 Март 2014

Рөстәм Хәмитов РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин менән осрашты

Сергей Захаров
21 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә барған «Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау – хеҙмәт шарттарын һәм һағын камиллаштырыу институты» семинарында ҡатнашҡан, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин менән осрашты.
- Һеҙ ҡарау өсөн мөһим теманы күтәрҙегеҙ. Республика өсөн был бик көнүҙәк тема. Үҙ яғыбыҙҙан беҙ был йүнәлештә эшләйбеҙ һәм ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ, — тип билдәләне әңгәмә барышында республика башлығы. — 2013 йыл, йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтары яғынан, 2012 йылға ҡарағанда яҡшыраҡ булды. Бындай оҙаҡ ваҡытлы тенденция был өлөштә билдәләнһен ине. Был өлөштә мин ҙур талаптар ҡуям һәм ҡәтғи һорайым. Күрәһең, беҙҙең дөйөм тырышлыҡтар билдәле бер һөҙөмтәләр бирә. Эш урындарын аттестациялауҙың яңы алымдарын иҫәпкә алғанда, ул беҙгә ярҙам итер. Әйҙәгеҙ бергәләп эшләйек. Әгәр кәрәк булһа, беҙ «пилот» булырға – башҡа төбәктәргә ҡарағанда алға китешкән булырға әҙер. Сөнки беҙҙә 100 меңдән ашыу кеше зарарлы шарттарҙа: химия, нефть-химияһы, нефть эшкәртеү һәм башҡа байтаҡ ауыр производстволарҙа эшләй. Беҙҙең өсөн ул бик көнүҙәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
- Башҡортостан Республикаһы алдынғыларҙа тора. Шуныһын әйтергә кәрәк, үлем йәрәхәтен кәметеү буйынса был дөйөм Рәсәй тренды үҙ сағылышын республикала ла таба. Һеҙ хаҡлы һөйләйһегеҙ, кеше ғүмере, һаулығы – ул беҙҙең өсөн иң мөһиме һәм ҡиммәте. Беҙ үҙ яғыбыҙҙан бында зыянды кәметеү өсөн булған бөтә тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ, — тине Сергей Вельмяйкин.
Осрашыу тураһында тулыраҡ республика Президентының рәсми сайтында.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика