Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март 2014, 11:13
Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары Рәсәй Президенты һәм парламенты эшенә хуплау белдерҙе
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Украинала урынлашҡан хәл буйынса белдереү менән сығыш яһаны.
Документта әйтелә: «Беҙ, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, күп милләтле барлыҡ Башҡортостан халҡы кеүек үк, ҙур хафаланыу һәм әрнеү менән Украиналағы хәлде, унда кешеләрҙең халыҡ-ара хоҡуҡи, конституция һәм гражданлыҡ нормалары боҙолоуын, рус телле халыҡтарҙың һәм, ил территорияһында законлы йәшәгән, рәсәйлеләрҙең хоҡуҡтары ҡыҫырыҡланыуын күҙәтәбеҙ.
Украинала килеп тыуған экстраординар хәл фонында һәм халыҡ-ара берләшмә яғынан уны баһалауҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының, Украинала кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлауға, был илдә конституция тәртибен һәм сәйәси тотороҡлоғон тергеҙеүгә йүнәлтелгән, эштәрен тулыһынса хуплауыбыҙ тураһында белдерергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ.
Украинала законлыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тергеҙеүгә, үҙ ихтыярын белдереү нигеҙендә граждандарҙың хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бөтә эштәрҙе лә сәләмләйбеҙ».
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
бр дәүләт йыйылышы
Читайте нас