11:35 (UTC+5), 13 Март 2014

Михаил Бабич Башҡортостан кешеләренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Арина Рәхимҡолова
Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса Волга буйы федераль округы халҡына дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе тапшырҙы. Наградланыусылар араһында Башҡортостан кешеләре лә булды.
Тантаналы сараға Волга буйы төбәктәренән иң яҡшы төрлө һөнәр вәкилдәре – уҡытыусылар, табиптар, предприятие һәм ойошма етәкселәре, суд берләшмәһе вәкилдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килде.
- Дәүләт наградалары – ул үткән йылдарҙа башҡарған, һеҙҙең эшегеҙҙе Рәсәй Президенты баһалауы һәм, һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең беленмәй ҡалмағанлыҡ, таныҡлығы. Алған дәүләт наградалары – Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе һәм эшләүсе һәр кемдең тормошонда мөһим билдә, — тип билдәләне Михаил Бабич.
РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиленән беренсе булып Башҡортостандан, ун бала тәрбиәләүсе, Радик һәм Зилә Ишморатовтар ғаилә йолаларын нығытыу өсөн «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде.
- Бөгөн дәүләт алып барған саралар комплексы күп балалы ғаиләләр барлыҡҡа килтереүгә дәртләндерә. Был ғаиләлә үҙҙәренең һигеҙ һәм ҡарауға алынған ике бала бар, уларҙың берәүһе Ырымбурҙа Президент кадеттар училищеһында белем ала, икенсеһе уҡырға инергә әҙерләнә, — тине Михаил Бабич.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы» исеме «Башҡортостан экологияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы баш геологы Николай Татаркоға бирелде.
Тантана аҙағында бөтә наградланыусылар ҙа Михаил Бабич менән рәсми булмаған шарттарҙа әңгәмәләште.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика