10:26 (UTC+5), 13 Марта 2014

Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшарылды

Арина Рәхимҡолова
Республика Йортонда Башҡортостан предприятиелары һәм ведомстволарының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында – ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте, транспорт һәм төҙөлөш өлкәһе, социаль учреждениелар, муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәре – бөтәһе 29 кеше.
- Һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, тоғролоҡ һәм ватансылыҡ, Ватанға һөйөү берләштерә. Һеҙ Башҡортостан Республикаһының, икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, — тине Сергей Молчанов. — Бөтә төп күрһәткестәр буйынса, шул иҫәптән кешеләрҙең етешлек үҫеше буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүебеҙҙе билдәләү ҡыуаныслы. Бөгөн улар, алданғы бөтә йылдарға ҡарағанда, яҡшыраҡ һәм күбеһенсә ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән артығыраҡ. Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре тотороҡло үҫешә. Шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә йыл һайын үҫеште билдәләп үтергә кәрәк. Минең ҡарашҡа, был, халыҡ табышының үҫешен күрһәтеүсе, социаль мөһим аспекттарҙың береһе. Социаль инфраструктура үҫешә - мөһим социаль объекттар төҙөлә, яңы юлдар, күперҙәр һалына. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының уңышлы һәм имен төбәге булып тора.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе, был бөтә уңыштарҙа һәм ҡаҙаныштарҙа бөгөнгө наградланыусыларҙың ҙур өлөшө бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Президенты исеменән уларҙың лайыҡлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм наградаларҙы тапшырҙы.
Тантана аҙағында Сергей Молчанов бөтә наградланыусылар ҙа артабанда республика һәм ил үҫешенә тос өлөш индерсәктәренә ышаныс белдерҙе.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика