04:59 (UTC+5), 03 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов РФ ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты

"Башинформ"
28 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты.
Рөстәм Хәмитов, Ирина Бойкова етәкселегендәге ЮНЕСКО-ның рәсми делегацияһының республикаға килеүе апрелдә көтөлә, тип билдәләне.
Григорий Орджоникидзе Рөстәм Хәмитовҡа ЮНЕСКО комиссияһы составына инеү ризалығы биргәне өсөн рәхмәт әйтте һәм 21 апрелдә юбилей билдәләнә – СССР-ҙың ЮНЕСКО-ға инеүенә 60 йыл тула, тип хәбәр итте.
- Беҙ Һеҙҙе тантаналы йыйылышта инде комиссия ағзаһы сифатында көтәбеҙ. Беҙҙә бындай йыйылыштар йыл һайын уҙғарыла, әммә алдағыһы, юилейға арналғаны, тантаналыраҡ буласаҡ, — тине Григорий Орджоникидзе.
Уның әйтеүенсә, «бөтә республикалар араһынан һеҙҙә ЮНЕСКО менән иң бай эш тәжрибәһе, сөнки ул инде 15 йыл һуҙымында дауам итә. Яңы тарихта ла әүҙем хеҙмәттәшлек бара. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ башҡа илдәр өсөн ҡыҙыҡлы. Һәм беҙ тағы ла, һеҙҙең Башҡорт педагогия университетында булдырылған, ЮНЕСКО кафедраһын асыуҙы ҡыҫҡа форматта эшләргә тәҡдим иттек».
Рөстәм Хәмитовтың РФ ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашыуының стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика