12:06 (UTC+5), 28 Февраля 2014

Рөстәм Хәмитов республиканың суд системаһы эшенең йомғаҡтары буйынса кәңәшмәлә сығыш яһаны

Ольга Мортазина
Башҡортостандың Юғары судында 2013 йылда республиканың суд системаһы эшенә йомғаҡтар яһау буйынса кәңәшмә уҙҙы. Судъяларҙы БР Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, төбәк етәкселеге үҙенең алдына сифат буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәре унлығына инеү маҡсатын ҡуйған, уның өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм суд берләшмәһенә эште яҡшыртырға кәрәк, тип билдәләне ул.
- Законһыҙ, тәртипһеҙ һәм ғәҙеллекһеҙ көслө власть та, иҡтисад та, сәйәсәт тә һәм кеше тормошо бөгөнгө реаль нәмәләргә бәйле булған бер нәмә лә булмаясаҡ. Беҙ уңышлы илдә, уңышлы республикала йәшәйбеҙ. Илдең күп кенә күрһәткестәре буйынса эре төбәктәр унлығына инәбеҙ. Хәҙер беҙҙең өсөн кешеләрҙең төбәктә нисек уңайлы йәшәүе мөһим. Власть алдында яңы маҡсат тора: иҡтисад, сәнғәт үҫеше буйынса ғына түгел, ә йәшәү сифаты буйынса ла яҡшылар иҫәбенә инеү. Бында һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәҙәниәт, торлаҡ уңайлығы, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, тир-яҡ мөхиттең хәле, шулай уҡ демографик күрһәткестәр кеүек категориялар инә.
Тормош сифатының мөһим күрһәткесе – кешеләрҙе енәйәтселектән һәм наркотик баҫымтаһынан яҡлау дәрәжәһе, йәғни хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм суд системаһы эшенең сифатын раҫлаусы күрһәткестәр. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан судъяларын үҙ эштәренә мөмкин тиклем нығыраҡ яуаплы ҡарарға өндәне:
- Һеҙ – власть, закон вәкилдәре. Һеҙҙең теләһә ҡайһы хатағыҙ дәүләт хатаһы кеүек ҡабул ителә. Власть структураларының эше ҙурайтып күрһәтә торған быяла аҫтында тора: эшмәкәрлегебеҙҙең һәр һыҙығы анализлана.
Кәңәшмә эшендә БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Рәмил Исҡужин, баш федераль инспектор Петр Капишников, Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, Рәсәйҙең Тикшереү комитеты, Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәте, язаны үтәү һәм суд приставтары федераль хеҙмәттәре, республика Прокуратураһының төбәк идаралыҡтары етәкселәре ҡатнашты.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика