04:59 (UTC+5), 28 Февраля 2014

Рөстәм Хәмитов бизнесты Башҡортостандың сәнәғәт үҫешен бергәләп планлаштырырға саҡырҙы

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кесе йома БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышында эре предприятиелар вәкилдәрен власть һәм сәнәғәт секторы араһында мөнәсәбәттәрҙең форматын ике яҡтың мәнфәғәтендә лә үҙгәртеп ҡорорға саҡырҙы.
Президент әйтеүенсә, бөгөн дәүләт идара итеү органдары һәм сәнәғәт араһында үҙ-ара йоғонто яһау «көндәлек эш кимәлендә» бара, власть компанияларҙың бизнес-пландары һәм стратегиялары тураһында белмәй. Шул уҡ ваҡытта ике яҡ та сәнәғәт производствоһы үҫеше менән ҡыҙыҡһына. Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙың етәкселәрен «дөйөм маҡсаттан сығып алға хәрәкәт итергә» саҡырҙы:
- Баҙар иҡтисады бөтә нәмәнең нигеҙенә әйләнде. Әммә шул уҡ ваҡытта, план күрһәткестәренән тыш, властың һәм сәнәғәтселәрҙең системалы үҙ-ара тәьҫиренән тыш артабанғы үҫеш булмауын аңлайбыҙ.
Республика Президенты, планлаштырыу директив йәки административ характер йөрөтөргә тейеш түгел, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Планлаштырыуҙа иң мөһиме «быларҙың барыһының да нисек үҫешеүен аңлау» булырға тейеш. Әлегә «беҙ йыл һайын өлгәшелгәндән планлаштырабыҙ».
- Идеалда мин барыһын да былайыраҡ күрәм: беҙ эре предприятиелар менән түңәрәк өҫтәл артына ултырып һеҙҙең бизнес-пландарығыҙҙы асырға, һеҙҙең үҫеш перспективаларығыҙҙы ҡарарға тейешбеҙ. Ә һеҙ, беҙгә һорауҙар биреп һәм яуаптар алып, производство күләмен арттырыу яғына бараһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов бизнес вәкилдәренә. — Ике яҡтың да, властың сәнәғәтселәр алдында ла һәм сәнәғәтселәрҙең власть алдында ла, йөкләмәләре булырға тейеш.
Республика Президенты, төбәктә нефть өлкәһен үҫтереү буйынса, юғары технологик ҡорамалдар менән коллектив ҡулланыу үҙәге булдырыу буйынса бизнестың һәм властың конструктив хеҙмәттәшлек өлгөләре бар, әммә дөйөм алғанда бындай үҙ-ара йоғонтоноң системалы нигеҙе юҡ, тип билдәләне.
Рөстәм Хәмитов сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухинға «хәлде тотош аңларға» һәм хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара булышыу моделен ентекләп уйларға ҡушты.
- Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, һәр – бер ни тиклем әһәмиәтле, эре һәм хатта уртаса предприятие буйынса, беҙҙе нимә көтөрөн белергә тейеш, — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов был процеста республиканың Сауҙа-сәнәғәт палаһын да ҡатнашырға саҡырҙы.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика