09:42 (UTC+5), 26 Февраля 2014

Республикала отличниктар өсөн миҙал булдырыласаҡ

Эльвира Латипова
Башҡортостанда яҡын ваҡыт арауығында уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн миҙал булдырыласаҡ. Бының өсөн бөтә кәрәкле документтарҙы әҙерләргә һәм уҡыу йылы аҙағына тиклем миҙал эшләүҙе тәьмин итергә республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Мәғариф министрлығына шаршамбы Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында йөкмәтте.
- Мәктәпте тамамлаусыларҙы алтын һәм көмөш миҙалдар менән наградлау тураһында положение федераль кимәлдә туҡтатылды. Беҙҙең республикала уны йыл һайын 2,5 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы ала ине. Әммә мин, был традицияны дауам итергә кәрәк, тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Яҡшы уҡығандарҙы дәртләндереү зарур. Әхлаҡи яҡтан булһа ла. Һәм мин Мәғариф министрлығынан был мәсьәләне эшкәртеүҙәрен һәм уҡыу йылы аҙағына тиклем ни бары өс ай ҡалғанын иҫәпкә алып, тәҡдимдәрҙе тиҙ ваҡытта индереүҙәрен һәм был еңел булмаған мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорайым. Уҡыуҙа айырыуса уңаштары өсөн миҙалды булдырырға һәм уҡыу йылы аҙағына тиклем бөтә документтарҙы эшкәртергә, бөтә процесты рәсмиләштерергә һәм миҙал эшләргә кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика