19:21 (UTC+5), 26 Февраля 2014

Башҡортостанда социаль мохтажлыҡҡа сығымдар ҡыҫҡартылмаясаҡ

Эльвира Латипова
2013 йылда Башҡортостандың консолидацияланған бюджетының дөйөм сығым күләменән социаль мохтажлыҡҡа сығымдар 73 процент тәшкил итте. Хәтһеҙ ҙур бюджет дефицитина ҡарамаҫтан, социаль мохтажлыҡҡа сығымдар ҡыҫҡартылмаясаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы республика Хөкүмәте ултырышында.
- Эш хаҡтарын арттырырға кәрәклеген, балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөү кәрәклеген аңлайбыҙ. Әммә беҙгә, һис шикһеҙ, табыш базаһын үҫтереү өҫтөндә эшләргә һәм табыш һәм сығым араһында дисбалансты бөтөрөргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөтәбеҙ ҙә ҡаҙнала табыш артһын, беҙҙең сығымдар менән пропорциональ артһын өсөн эшләргә тейешбеҙ. Сөнки бындай тигеҙһеҙлек бюджеттың дефицитина килтереүе ихтимал, уны беҙ хәл итә алмаясаҡбыҙ. Беҙ һәр йыл һайын уны төрлө механизмдар һәм алымдар менән бөтөрәбеҙ. Әммә әгәр артабан да ошондай темптар менән барһаҡ табыш һәм сығым араһында «ҡайсы» үҫәсәк, ә беҙҙә проблемалар килеп тыуасаҡ.
БР Финанстар министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың консолидацияланған бюджет табышы 154 миллиард һум күләмендә тәшкил итә, сығым – 171,5 миллиард. Шулай итеп, дефицит 17,5 миллиард һум тәшкил итте.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика