07:05 (UTC+5), 25 Февраля 2014

25 февраль – Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө

Арина Рәхимҡолова
25 февраль – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, ул 2002 йылдан алып билдәләнә.
1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү уның яңы рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны барлыҡҡа килеү кәрәклеген билдәләне. 22 йыл элек, 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһында закон ҡабул итте һәм быға ярашлы ул Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелде, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе - яңы флаг раҫланды. Һуңыраҡ, 1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны ҡабул ителде.
Республика Дәүләт флагын әҙерләүҙең һәм ҡабул итеүҙең үҙ тарихы бар. Уны эшләүселәр башта үткәндәргә - ХIХ быуат башында барлыҡҡа килгән флагка мөрәжәғәт итә. Уның тураһында мәғлүмәттәр аҙ, әммә һаҡланып ҡалған ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса уның нисегерек булыуын күҙ алдына килтерергә була: ике башлы бөркөт һәм бөтә туҡымаға алты мөйөшлө йондоҙҙар һибелгән фонда, Ҡөрьәндән һүҙҙәр яҙылған. Ул ваҡытта Башҡортостан Ырымбур губернияһы составына ингәс, был флаг дәүләт флагы булмаған. Ул моғайын айырым башҡорттар төркөмөнөң символы булғандыр.
Конкурсҡа флагтың ике варианты ла тәҡдим ителә. Комиссия рәссамдар Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина эшләгән флаг вариантына өҫтөнлөк бирә. Башҡортостан Республикаһының флагы йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәрҙәге (аҫтан өҫкә) горизонталь тигеҙ буйлы тура мөйөшлө туҡымала ғибәрәт. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы тураһында законында флаг төҫтөренең мәғәнәһе асыла: йәшел төҫ - азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ - республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; зәңгәр төҫ - уларҙың уй-ниәттәренең сафлығын белдерә. Шул уҡ ваҡытта йәшел төҫ Ислам төҫө лә булып һанала. Был шулай, ләкин йәшел төҫ мосолман булмаған илдәрҙең - Ирландия, Мексика, Португалия, Италия, Боливия, Бразилия, Венгрия, Болгария кеүек илдәрҙең дәүләт флагтарында ла бар. Флагтың аҡ буйы уртаһында алтын төҫөндә эмблема - ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Уҙған йылдарҙа Дәүләт флагы республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ һәм ҡәҙимге атрибутҡа әйләнде. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле - илдең төрлө төбәктәрендә республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларыбыҙҙың юлдашы булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика