11:47 (UTC+5), 18 Февраля 2014

Республика парламентарийҙары Конституцияға төҙәтмәне өсөнсө уҡыуҙа ҡараясаҡ

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
Республика парламенты депутаттары пленар ултырышта 40-лаған закон проекты ҡараясаҡ. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышы 27 февралгә билдәләнгән, президиум көн тәртибен раҫланы.
«Хөкүмәт сәғәте» сиктәрендә 2013 йыл өсөн эске эштәр органдары эшмәкәрлегенәң төп һөҙөмтәләре тураһында отчетты республика хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһының башлығы Михаил Закомалдин тәҡдим итәсәк.
Өсөнсө уҡыуҙа депутаттар Башҡортостандың Төп законына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләрҙе ҡараясаҡ.
- Конституцияға үҙгәрештәр власть органдарының ҡарарҙар ҡабул итеүендә граждандарҙың яңы ҡатнашыу формаһын индерә. Бындай форма йәмәғәттең фекер алышыуы булыуы мөмкин, ул ҡануниәтте әҙерләүҙә һәм камиллаштырыуҙа халыҡты йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, — тип аңлатты журналистарға ултырыш һуңында республика парламенты спикеры Константин Толкачев. — Проект, мотлаҡ рәүештә Дәүләт Йыйылышында ҡараласаҡ, граждандарға закон проектын тәҡдим итергә хоҡуҡ биреүсе, граждандарҙың закондар инициативаһын ҡарай. Республиканың Конституция суды менән индерелгән закон проекты шулай уҡ республиканың иң юғары вазифалы кешеһе вазифаһын «Глава Республики Башкортостан» тип үҙгәртеп атауҙы ҡарай.
Константин Толкачев республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына корректировка тураһында һөйләне. Тәҡдим ителгән үҙгәртеүҙәрҙең береһе – транспорт сараны махсус туҡтау урынына алып барыу, уларҙы һаҡлау һәм кире ҡайтарыу тәртибе менән бәйле.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәртеүҙәр күп фатирлы йорттарҙа йәшәргә яраҡһыҙ бүлмәләрҙең планын үҙгәртеүгә штраф һалыуҙы ҡарай. Константин Толкачев әйтеүенсә, бер нисә субъектта быға оҡшаш планды алмаштырыу биналарҙың емерелеүенә алып килде.
Баланы уллыҡҡа йәки тәрбиәгә алған граждандар, шулай уҡ, Рәсәйҙең Хеҙмәт Геройы исемен йөрөтөүсе кешеләр бушлай юридик консультацияға хоҡуҡлы буласаҡ. Депутаттар «Бушлай юридик ярҙам тураһында»ғы законға эләгеүсе граждандарҙың исемлеген киңәйтергә планлаштыра.
Алдағы ултырышта «Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәртеүҙәр индереү тураһында»ғы БР закон проектында эште тамамларға планлаштыра.
Бынан тыш, уҙасаҡ ултырыштың көн тәртибенә Дәүләт Думаһына закондар инициативаһы инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика