09:30 (UTC+5), 14 Февраля 2014

Башҡортостан парламентарийҙары еңел сәнәғәткә ярҙам итеү сараларын әҙерләй

Ғәлиә Нәбиева
2012-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында еңел сәнәғәт үҫеше программаһын тормошҡа ашырыуҙың маҡсатлы индикаторҙары былтыр үтәлмәгән. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы Комитеты ултырышында төбәктең сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин һөйләне. Депутаттар был өлкәлә эштәр торошон тикшерҙе һәм хәлдең стабилләшеүе буйынса төплө бер нисә сара тәҡдим итте, тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.
Раҫланған прогноздарға ярашлы, сәнәғәт производствоһы индексы 2013 йылда текстиль һәм тегеү производстволарында 108,3 процент һәм күн, күндән изделиелар һәм аяҡ-кейем производствоһында 106,3 процент тәшкил итергә тейеш ине. Ысынында, Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, текстиль һәм тегеү производстволарында индекс 85,2 процент тәшкил итә, ул төп текстиль продукцияларын – туҡымаһыҙ материал, ойоҡ-ойоҡбаш һәм трикотаж изделиеларын, сығарыуҙы ҡыҫартыуға бәйле. Күн, күндән изделиелар һәм аяҡ-кейем производствоһында индекс 104,9 процент тәшкил итте.
- 2013 йылда программаны тормошҡа ашырғанда маҡсатлы индикаторҙарҙың үтәлмәүе өлкәлә хәлдең дөйөм насарайыуы һәм еңел сәнәғәт предприятиелары үҫешен тотҡарлаған эске проблемаларҙың һаҡланып ҡалыуы менән бәйле. Был иң тәүҙә продукцияға ҡуллыныусыларҙың стабиль булмаған ихтыяжы, үҙебеҙҙең әйләнештәге средстволарҙың етмәүе һәм кредиттар буйынса юғары проценттар, тәбиғи монополияларҙың хеҙмәттәренә тарифтарҙың үҫеүе, көнәркәшле импорттың һәм контрафактлы продукцияның баҫымы. Былар барыһы ла республиканың күпселек предприятиеларында сағылыш тапты һәм етештереү күләмен кәметеүгә тәьҫир итте, — тип билдәләне Алексей Карпухин.
Министрлыҡ иҡтисади һәм финанс күрһәткестәр мониторингы алып барған 18 эре һәм урта предприятиеның һигеҙе 2013 йылда 100 проценттан түбәнерәк производство индексы менән тамамлаған.
Министр, программа өс йүнәлештән тора улар – етештереү күләмен арттырыуға йоғонто яһаусы саралар, инвестициялар йәлеп итеү һәм кадрҙар тәьминәте буйынса алымдар, тип билдәләне.
Булған проблемаларҙы хәл итеү өсөн министрлыҡ Башҡортостанда еңел сәнәғәт үҫеше программаһын 2017 йылға тиклем оҙайтып үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерергә тәҡдим итә.
Алексей Карпухин, шулай уҡ квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә иғтибар бүлергә кәрәк, тип билдәләне.
Тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика