10:37 (UTC+5), 13 Февраля 2014

Республика Президенты иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Ольга Мортазина
Республика Йортонда предприятиеларҙың һәм ведомстволарҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Наградаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
- Һеҙ ысынлап та был наградаларҙы лайыҡлы хеҙмәтегеҙ менән ҡаҙандығыҙ, — тип йыйылғандарға мөрәжәғәт итте республика етәксеһе. — Эшегеҙҙе ташламай, намыҫлы эшләргә һәм йәштәргә, һеҙҙе уратып алған кешеләргә өлгө күрһәтеүегеҙҙе теләйем. Ул бөгөн тормошҡа, эшкә позитив мөнәсәбәттең бик мөһим өлгөһө. Матди байлыҡ, килем артынан уҙыш осһоҙ-ҡырыйһыҙ була башланы. Аҡса һәм власть – ул иң мөһиме түгел. Иң мөһиме – ил, республика, айырым предприятие үҫешенә йүнәлтелгән хеҙмәт, ошо хеҙмәттең һөҙөмтәһе, ижтимағи үҙаң.
Президент тантананың Олимпия уйындары көндәрендә үтеүен билдәләп үтте.
- Һеҙҙең наградаларығыҙ олимпияныҡы кеүек. Был шулай уҡ ҡыуаныслы. Бына беҙ кистәрен спортсылар нисек призлы урындарҙы яулауҙарын ҡарайбыҙ. Был шулай уҡ көн һайын эшләгән ҙур хеҙмәттең һөҙөмтәһе. Шулай уҡ һеҙ ҙә, тик һеҙҙең дистацияғыҙ ҙурыраҡ. Ул йөҙ метр ҙа, трамплиндан һикереү ҙә түгел, ә предприятиеға бирелгән тотош ғүмер. Әлбиттә, һеҙҙең наградаларығыҙ был мәғәнәлә тағы ла ҡиммәтлерәк.
Был көндө «Башҡортостан Республикаһы алдында ҡаҙаныштары өсөн» орденын Белореттан хирург Анатолий Елосов алды. Башҡортостан Республикаһының Почетлы грамоталары менән «Башкиравтодор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Әбйәлил филиалы шоферҙары Нәғим Ҡарнаев һәм Ирек Ырыҫҡужин, «Урал аръяғы» машина-технологик станцияһы шоферы Рәмил Хәлитов, Илеш районынан иретеп йәбештереүсе Лаис Баянов, Ишембайҙан токарь Александр Видинеев, Учалынан таҙартыу ҡоролмалары операторы Әлфиә Камалова, Нефтекама автомобилдәр заводы токары Владимир Степанов, Күмертау авиация заводы герметизациялаусыһы Наил Тимербаев, Октябрскиҙан слесарь Азамат Шакиров бүләкләнде.
«БР атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеменә «Витязь» машина эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте токары Юрий Голощапов, «Күмертау авиация предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте участка начальнигы Евгений Кошкаров, «Мотор» Ғилми етештереү предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте идарасыһы Владимир Петошин лайыҡ булды. Яңауыл урмансылығы лесничийы Айрат Дәүләтбаев «БР атҡаҙанған урмансы»һы булды. «БР атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре» исемен Өфөнөң «Салават-Мастер» көнкүреш хеҙмәттәре үҙәге кейем бесеүсеһе Надежда Ларионова алды.
30 бүләкләнеүсе иҫәбендә шулай уҡ ҡала һәм район хакимиәттәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәре булды.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика