Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Февраль 2014, 14:52

Төбәктә социаль объекттар төҙөүҙә бюджет средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы баһалау буйынса комиссия ойоштороласаҡ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Нуриман районында булды. Унда республика етәксеһе райондың иҡтисади торошо менән танышты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының хәле менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ бер нисә социаль объекттың төҙөлөш барышын һәм сафҡа индерелеүен тикшерҙе.
БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Красная Горка ауылында Рөстәм Хәмитов физкультура-сәләмәтләндереү комплексында булды. Дөйөм 916 квадрат метрлыҡ ҡоролманы 2010 йылда уҡ төҙөй башлайҙар, әммә финанслау һәм подрядсыны һайлау проблемаһы арҡаһында ул 2013 йылдың декабрендә генә файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөлөштөң хаҡы – 38 миллион һумдан ашыу. Комплекс менән файҙаланыуға тотоноуҙар йыл һайын 3,5 миллион һум тәшкил итәсәк.
Комплекс коллективы 11 хеҙмәткәрҙән тора. Бинала балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе урынлашҡан, 40 секция эшләй, шул иҫәптән уйын спорт төрҙәре (волейбол, баскетбол, бадминтон һәм башҡалар) буйынса ла. Шулай уҡ спорт комплексында ауыл мәктәбе уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре уҙғарыла.
- Мин республикала ошондай спорт объекттары күберәк булһын яҡлы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Район яҡшы спорт комплекслы булды, тик уны төҙөүгә средстволар бюджет сәйәсәте ҡарашынан һөҙөмтәле файҙаланылды тип әйтә алмайым. Проект ныҡ ҡиммәт, спорт залды дүрт йыл самаһы төҙөнөләр, был 40 миллион һумға ике ошондай уҡ бинаны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөргә була ине. Бөтә республика буйынса үҫмер спортсылар өсөн спорт комплекстары күберәк төҙөлөүе менән ҡыҙыҡһынам. Әммә ул бюджет тотоноуҙары ҡарашынан аҡыллы, ҡулайлы варианттар булырға тейеш.
Республика Президенты Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуровҡа мәктәп, спорт комплексы, балалар майҙансығы һәм башҡа социаль-мәҙәни көнкүреш объекттары төҙөлөшөнөң һәр проекты буйынса бюджет средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы баһалау буйынса ведомствола махсус комиссия төҙөргә ҡушты. Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе тиҙ төҙөү конструкцияларын ҡулланып, ҡиммәт булмаған спорт комплекстары төҙөлөшөнөң типовой проекттарын эшләргә талап итте.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: