06:57 (UTC+5), 10 Февраля 2014

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров менән осрашты

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров менән осрашыу үткәрҙе. Сәйәси партиялар, хәрәкәттәр менән үҙ-ар килешеп эш итеүгә бәйле мәсьәләләргә фекер алышыу булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Рөстәм Хәмитов, республикала парламент партиялары менән үҙ-ара килешеү яйға һалынды, тип билдәләне. Бер нисә закон ҡабул итеүҙән һуң төбәктә партиялар һаны ярайһы уҡ артты.
- Был тенденцияның, ошо процестың үҫәсәген беҙ аңлайбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, бәләкәй партиялар менән шулай уҡ эшләйбеҙ. Улар араһында беҙгә ҡарата оппозициялы булғандар ҙа бар, — тине республика етәксеһе. — Был тулыһынса аңлашыла. Бында бер нидәй ҙә трагедия юҡ. Киреһенсә. Беҙ төрлө фекерҙәрҙе, булған проблеманы хәл итеүҙә икенсе ҡараштарҙы хуплайбыҙ. Был тормош. Был трендта хеҙмәт итәбеҙ.
Күпселек парламент партиялары республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бар, тип билдәләне Президент.
- Бөгөн беҙҙең парламентта алты партия. Был Рәсәй кимәлендәге күп партиялыҡ өлөшөндә яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. Партия фракцияларының беренсе ярты йыллығы һәм айырым депутаттарҙың тәжрибәһе эшлекле ҡоролғаныбыҙҙы күрһәтте. Был иң мөһиме, — тип иҫәпләй Президент. — Бәхәстәр, төрлө-төрлө фекерҙәр бар. Әммә билдәһеҙ конфликттар, ҡапмы-ҡаршы тороштар юҡ. Тулыһынса ғәҙәти, аҡыллы эш бар, унда яҡтар теге йәки был вариантта үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлай.
Радий Хәбиров, партия-сәйәси системаһының үҫеше – ул илдең сәйәси системаһы үҫешендә төп йүнәлештәрҙең береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Был юҫыҡта Башҡортостан Республикаһы етди аҙымдар эшләй, тип уйлайым. Ысынлап та, Рәсәй Федерацияһының башҡа күп субъекттарынан айырмалы рәүештә, һеҙҙә Закондар сығарыу Йыйылышында алты партия булыуы бик ғибрәтле, — тип билдәләне Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары. — Белеүемсә, уларҙың икәүһе парламенттыҡы булмаған партиялар үҙ аллы «атларға» ғына өйрәнә. Шуға ҡарамаҫтан, улар «үтеп китә» алды. Был улар менән системалы эш алып барылыуы тураһында һөйләй. Улар «үтеп китерлек» шарттар булдырыла.
Осрашыу барышында «Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында»ғы закон проектының икенсе уҡыуына төҙәтмәләр индереүгә фекер алыштылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика