11:51 (UTC+5), 10 Февраля 2014

Башҡортостан Президенты һәм «Рәсәй геологияһы» холдингы башлығы ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә фекер алышты

Андрей Старостин
Сергей Захаров
10 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй геологияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Роман Павлов менән осрашты. Ер аҫты геологияһын өйрәнеүҙе артабан дауам итеү өсөн шарттар булдырыу менән бәйле мәсьәләләргә фекер алышыу булды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
- Башҡортостан һәм «Рәсәй геологияһы» акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөүҙең глобаль мәсьәләләренә ла фекер алышырға теләйбеҙ. Әлбиттә, ер аҫты геологияһын өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе эре предприятиеларыбыҙҙың эшләүенә бәйле темалар бар. Мәсьәләләр күп. Бөгөн «Рәсәй геологияһы»ның киңәйеүе, үҫешеүе тураһында беләбеҙ. Һеҙҙең етерлек ҡәнәғәтләнерлек, ҙур пландарығыҙ бар. Беҙҙең предприятиелар һеҙҙең менән бергә акционерҙар йәмғиәтендә йәки эргәһендә эшләй алырлығын аңлап, беҙ был процеста ҡатнашырға теләр инек, — тине Рөстәм Хәмитов.
«Башкортостан — нефть-газ сәнәғәте үҫешенең нигеҙе. Шуға күрә беҙҙең өсөн республика, уның предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү формаһы һәм мөмкинлеге – компания үҫешендә һәм беҙ булған урында географияны киңәйтеү өлөшөндә бик мөһим аҙым», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Роман Панов.
- Яҡынса планда беҙ Башҡортостан предприятиелары менән үҙ-ара килешеп эш итеү перспективаларын ҡараныҡ. Холдинг сиктәрендә берҙәм инжиниринг үҙәк формалаштырыу планлаштырыла, шул иҫәптән ул яңы геофизик приборҙар, быраулау ҡорамалдарын әҙерләү һәм индереү менән бәйле активтарҙы бергә туплап нығытасаҡ. Был тема бик көнүҙәк. Башҡортостан – бындай ҡормалдар, технологик тәьминәт етештереү өлөшөндә Рәсәй Федерацияһында лидерҙарҙың береһе. Был бергәләп эшләй торған мәсьәлә, — тип билдәләне «Рәсәй геологияһы» башлығы.
Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Президентының рәсми сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика