17:23 (UTC+5), 07 Февраля 2014

Республика етәксеһе олимпсылар өсөн Башҡортостандан янып-көйәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн, 7 февралдә, Сочиҙа асыласаҡ Олимпиадала ҡатнашыусы республика спортсылары өсөн янып-көйәсәк. Был хаҡта республика етәксеһе «Комсомольская правда» нәшриәте йортоноң баш мөхәррире Владимир Сунгоркинға интервью биргәндә һөйләне.
- Сочиҙа республиканан 15 спортсы ҡатнаша, беҙ йыйылмаға еберәү буйынса төбәктәр бишлегендә. Шорт-тректа көслө егеттәр, унда миҙал булыуы ихтимал, беҙҙең алты ҡатын-ҡыҙ шайба менән хоккей буйынса Рәсәй йыйылмаһы өсөн уйнай, әгәр барыһы ла яҡшы барһа, уларҙың да миҙалдары булыуы мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Саңғыла трамплиндан һикереү: Васильев яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алыр тип ышанғы килә. Бөтәһе өсөн дә янып-көйәсәкбеҙ һәм ҡайғырасаҡбыҙ. Миҙалдар күберәк булһын ине.
Республика спортсыларының әҙерлеген баһалап, Совет осоронан алып Өфөлә трамплиндан һикереүселәр һәм икебәйгеселәр көслө, улар йыйылмаға күп йылдар рәттән инә, тине Рөстәм Хәмитов.
Президент Башҡортостандан паралимпсыларҙы ла билдәләп китте. Рәсәй йыйылмаһы составында – биш спортсы.
- Унда миҙалға беҙҙең өмөттәр ҙур. Беҙҙең күренекле Ирек Зарипов биатлонда, саңғы ярыштарында ҡатнашасаҡ. Ул мотлаҡ награда менән ҡайтыр тип уйлайым, — тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика