07:39 (UTC+5), 07 Февраля 2014

Рөстәм Хәмитов «ИПС Отомотив» компанияһы башлығы Гюркан Донат менән осрашты

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты автомобиль компоненттары сығарыу буйынса предприятиелар етәкселәре: «ИПС Отомотив» компанияһы (Төркиә) башлығы Гюркан Донат һәм «АвтоВАЗагрегат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советы рәйесе Алексей Козлов менән осрашты.
Бәләбәйҙең «БелЗАН» заводы нигеҙендә яңы уртаҡ производство төҙөү мәсьәләһенә фекер алышыу булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов производство төҙөү процесының нисек барышы менән ҡыҙыҡһынды. Алексей Козлов Президентҡа, етди динамика бар, тип һөйләне. «ИПС Отомотив» компанияһы менән хеҙмәттәшлек төплө һәм масштаблы буласаҡ. Козлов әйтеүенсә, яңы ҡорамалдар һатып алыу һәм уны «БелЗАН» территорияһында урынлаштырыу тураһында килешеүҙәр өлгәшелгән. Шулай итеп, республикала автомобиль кластеры, автомобиль техник паркы төҙөү идеяһы тормошҡа ашырыла.
- Бәләбәйҙә ҙур ғына производство төҙөргә тейешбеҙ. Беҙ ярҙам итәсәкбеҙ. Бының өсөн бөтә административ, ойоштороу мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланасаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов, эштең башланғыс этабында бик күп мәсьәләләр тыуа, тип билдәләне. Уларҙың бер өлөшө хәл ителә, икенсеһе фекер алышыу стадияһында тора.
- Үҫеш, хәрәкәт, беренсе һөҙөмтәләр ҙә бар. Донат әфәндене республикабыҙҙа эшләргә саҡыраһым килә. Өҫтәүенә Төркиә менән беҙ яҡшы эш мөнәсәбәттәрендә. Беҙ был бәйләнештәрҙе үҫтерәсәкбеҙ. Һеҙ үҙ производствоғыҙ үҫеше өсөн Бәләбәйҙе һайларһығыҙ тип уйлайбыҙ, — тине республика етәксеһе.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика