Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Февраль 2014, 16:10

Рөстәм Хәмитов 2015 йылда төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашырға ниәтләнә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Комсомольская правда» гәзитендә баҫылған интервьюла 2015 йылда төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашыуы тураһында әйтә.
- Һайлауҙарға барам. Күп проекттар башланған, уларҙы тамамларға кәрәк. Эшемде дауам итеүҙе теләүсе кешеләр ҙә байтаҡ. Улар миңә ышана. Мин уларҙың өмөттәрен өҙә алмайым, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Ваҡытынан алда һайлауҙар тураһындағы имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе республика етәксеһе раҫламаны.
- Төбәк башлығы һайлауҙары 2015 йылдың көҙөндә үтергә тейеш. Улар ғәҙел көрәштә үтер тип ышанам, — тине Башҡортостан Президенты.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас