08:51 (UTC+5), 06 Февраль 2014

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев: «Идара итеүсе компанияларҙы суд аша ғына лицензияһыҙ ҡалдырып була»

Ғәлиә Нәбиева
Идара итеүсе компанияларҙы суд аша ғына лицензияһыҙ ҡалдырыу мөмкин буласаҡ. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты, «Управдом» проекты етәксеһе Павел Качкаев «Берҙәм Рәсәй» Генераль советы президиумының киңәйтелгән ултырышында билдәләне, тип хәбәр иттеләр партияның киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеү департаментынан.
- Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн түләүҙәр күләме ил буйынса 1,5 триллион һумдан ашыу тәшкил итә. Өлкә хеҙмәткәрҙәренең профессионаллегенән күп нәмә тора. Эксперттарҙың баһалауҙары буйынса идара итеүсе компанияларҙың профессиональ булмағанлыҡтары арҡаһында сығымдар 160 миллиард һум тәртибендә тәшкил итә, — тип хәбәр итте депутат.
Парламентарий идара итеүсе компаниялар эшенең сифатын арттырыу кәрәклеген билдәләне.
- Был мәсьәләне хәл итеү алымдарының береһе булып лицензия биреү тора. Тейешле закон проекты Торлаҡ кодексына үҙгәртеүҙәр индереүҙе ҡарай. Лицензия биреү торлаҡ секторын хеҙмәтләндереүсе компанияларға ҡағыла, — тине Павел Качкаев.
Депутат иғтибар итте, әгәр компания етәкселегенең түләнмәгән хөкөм ителгәнлеге булһа, идара итеүсе компанияларға лицензия биреү үтенесе кире ҡағыла.
- Лицензия тик суд аша тартып алынасаҡ. Торлаҡ күҙәтеү органдары һәм прокуратура лицензияны тартып ала алмай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Управдом» партия проекты етәксеһе.
Идара итеүсе компанияларҙың йылына ике боҙоу осрағы асыҡланһа ул торлаҡты хеҙмәтләндереүҙән азат ителә. Әгәр идара ителмәле күп фатирлы йорттарҙың 15 процентында йылына икешәр тапҡыр боҙоу осрағы булһа, компанияның лицензияһы юҡҡа сыға, тип өҫтәне Павел Качкаев.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика