12:59 (UTC+5), 05 Февраля 2014

Башҡортостанда Дәүләт программаларын әҙерләү, тормошҡа ашырыу һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау тәртибенең яңы редакцияһы раҫланды

Галина Бахшиева
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Республиканың дәүләт программаларын әҙерләү, тормошҡа ашырыу һәм уларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау тәртибенең яңы редакцияһы раҫланды.
Дәүләт власы органдарына 2014 йылдың 15 апреленә тиклем эшләп килгән дәүләт программаларын раҫланған Тәртипкә ярашлы итеп килтерергә, йәки яңыларын уға ярашлы рәүештә сығарырға ҡушылды.
Ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, айырым йылдарҙа төбәктә ғәмәлгә ашырылған программаларҙың иҫәбе 80-гә тиклем етте. Шул уҡ ваҡытта «уларҙың сифаты ҡайһы берҙә лайыҡһыҙ булды», уларҙың үтәлешен контролдә тотоу етерлек кимәлдә ойошторолманы.
- Хәҙер беҙ бүтәнсә эшләйбеҙ. Хәҙер программаларҙы формалаштырыу буйынса эш системаға килтерелгән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, транспорт һәм башҡа өлкәләр буйынса 22 дәүләт программаһы раҫланған һәм ғәмәлгә ашырыла. Бынан тыш, тағы ла биш программа әҙерләнеп бөтөп килә.
- Уларҙы тотоуға хәҙер талаптар көсәйтелә. Ә программаларҙы әҙерләү тәртибен регламентлаған документ 2010 йылдың декабрендә раҫланған һәм шул ваҡыттан алып айырыуса төҙәтелмәгән, ә бөгөн бында кәрәклек бар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Программа – бюджет ресурстарын йәлеп итеү өсөн ниндәйҙер рәсми документ ҡына түгел. Ул тәрән эшләнгән нигеҙ, билдәле бер ресурстар булғанда аныҡ ваҡыт араһында ысын ирешерлек, аңлайышлы ҡуйылған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә йүнәлтелгән министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың эште ойоштороу планы булырға тейеш.
2014 йылда бюджет программаһының формалашыуы шулай уҡ әһәмиәтле. Тейешенсә, «дәүләт программаһын бюджет планлаштырыу менән ҡаты бәйләргә кәрәк».
- 2014 йылдың 1 мартына тиклем улар бөтәһе лә раҫланған бюджет менән ярышлы рәүешкә килтерелергә тейеш. Һәр программа сараһын финанс яҡтан нығытыу кәрәк. Баланс был өлөштә боҙолмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта бюджет средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеге программаны тормошҡа ашырыу баһаһының төп критерийҙарының береһенә әйләнә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика