05:25 (UTC+5), 31 Января 2014

Башҡортостан Президенты БР прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһаны

"Башинформ"
30 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 2013 йылда төбәк прокуратура органдары эштәренең йомғағына арналған, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты һәм сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Президент ведомствоның һәм республиканың бөтә хоҡуҡ һаҡлау системаһының эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген артабан да арттырыу тураһында һөйләне.
- Прокуратура – закондар үтәлешен контролдә һәм күҙәтеүҙә тотоуҙа – дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа төп инструменттарҙың береһе. Закондар бөтәһе өсөн дә, мин һыҙыҡ өҫтөнә алам – бөтәһе өсөн дә, берҙәм һәм үтәлешкә мотлаҡ. Асылда, ил хәҙер үҙ үҫешенең күсеү этабын кисерә. Күп кенә социаль механизмдар, сәйәсәт системаһы, граждандар йәмғиәте институты, иҡтисад үҫеш стадияһында. Бындай шарттарҙа закондар боҙоу, коррупция, эш вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙар өсөн юлдар ҡала әле. Бөтә был күренештәр менән ни тиклем һөҙөмтәле көрәшеүҙән, күп осраҡта граждандарҙың власҡа ышанысы тора. Ә ул, үҙ сиратында, күбеһенсә дәүләттең тотороҡлоғон билдәләй, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ул шулай уҡ, «прокуратура органдарының – ҙур эш фронты һәм өҫтәүенә йәмәғәт тормошоноң күп өлкәләрендә закондарҙы үтәүҙе күҙәтеү өлөшөндә ҙур вәкәләттәр», тип билдәләне.
- Башҡортостан прокуратураһы был мәсьәләләрҙе яҡшы атҡарыуы тураһында, бөгөн, Волга буйы федераль округында ғына түгел, ә илдең иң алдынғы һәм һөҙөмтәле эшләүсе прокурор хеҙмәттәре иҫәбенә инеүе һөйләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитовтың БР прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышындағы сығышының стенограммаһы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға була.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика