10:11 (UTC+5), 30 Января 2014

Өфөлә республика парламентының пленар ултырышы үтә

Олег Яровиков
Арина Рәхимҡолова
Өфөлә Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың V ултырышы үтә. Көн тәртибендә 53 мәсьәлә иҫәпләнә.
Парламентарийҙар «2013 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең торошо тураһында»ғы доклад тыңларға һәм «Выждан азатлығы һәм дин тотоу иреклеге хаҡындағы ҡануниәттең Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылыуы тураһында»ғы темаға «Хөкүмәт сәғәтендә» ҡатнашырға ниәтләнә.
Депутаттар бер нисә закон проектын, шулай уҡ Белорет районы Тимер юл ауылындағы хәл буйынса парламент тикшереүенең яҡынса һөҙөмтәләрен ҡараясаҡ.
Икенсе уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим ителгән, «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында»ғы закон проектында власть органдарының ҡарар ҡабул итеүендә граждандарҙың ҡатнашыуына яңы формалар индерелә. Шулай уҡ граждандарҙың закондар инициативаһы ҡарала, ул гражданға Дәүләт Йыйылышында мотлаҡ ҡаралырға тейешле закон проектын тәҡдим итергә хоҡуҡ бирә. Бынан тыш, БР Конституция суды индергән закон проекты республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһын «Глава Республики Башкортостан» тип үҙгәртеп атауҙы ҡарай.
«Башҡортостан Республикаһының дәүләт мөлкәтендә йәки муниципаль мөлкәттә булған һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡуртымға бирелгән күсемһеҙ милекте тартып алыу буйынса айырым һорауҙарҙы көйләү тураһында»ғы закон проекты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ете йылдан әҙерәк ҡуртымға алған мөлкәткә түләүҙе ваҡыты менән бүлеп түләүҙе билдәләргә тәҡдим итә.
«Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында»ғы законына тәҡдим ителгән үҙгәрештәр торама пунктарының исемен алмаштырыуҙа халыҡ фекерен иҫәпкә алырға юл ҡуя.
Пленар ултырышта депутаттар Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкаларына мировой судьялар вазифаһына кандидатуралар ҡараясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика