04:40 (UTC+5), 28 Ғинуар 2014

Рөстәм Хәмитов һәм Махмут Дживелек Төркиә менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләште

Сергей Захаров
27 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Коджаэли провинцияһының (Төркиә) «Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы» бүлексәһе рәйесе Махмут Дживелек менән осрашты.
«Беҙ Төркиә Республикаһы менән хеҙмәттәшлегебеҙҙе киңәйтеү перспективаһын юғары баһалайбыҙ. Төркиәнең Коджаэли провинцияһы сәнәғәте ныҡ үҫешкәндәрҙең береһе булғанын беләм. Беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт производствоһында шулай уҡ мөһим урынды биләй. Был беҙҙе ниндәйҙер кимәлдә яҡынайта. Рәсәй Федерацияһында иҫәп буйынса иң ҙур республика булып торабыҙ. Беҙҙә дүрт миллион кеше, 130 милләт вәкиле йәшәй. Шул иҫәптән 300 төрөк йәшәй. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
«Беҙ Башҡортостан Президенты менән орашырға тип килдек. Республика буйынса беҙҙең сәфәр дауам итә, тағы ла барыр урындар бар. Мин республика етәксеһенә рәхмәтемде һәм хөрмәтләүемде белдерәм. Беҙ технологиялар менән алмашыныу, Башҡортостанға инвестициялар мәсьәләләре тураһында фекер алыштыҡ. Уртаҡ фекергә килеүебеҙгә һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙҙең дауам итеүенә ышанам», — тип белдерҙе Төркиә сәйәсмәне.
Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Президентының рәсми сайтында танышырға була.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика