05:44 (UTC+5), 28 Января 2014

Альберт Мифтахов Башҡортостан Президенты Хакимите Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Альберт Мифтаховты Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимите Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Белешмә. Альберт Ленар улы Мифтахов 1959 йылдың 15 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Өфөнөң Октябрь районының 13-сө киске урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай.
1982-1984 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары. 1984-1987 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты аспиранты. 1987-1989 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары. 1989-1991 йылдарҙа – ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, беренсе секретары. 1991-1994 йылдарҙа – Таможня хеҙмәтләндереү үҙәге директоры. 1998-2002 йылдарҙа - «Сим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары. 2002-2009 йылдарҙа – «Монтажводстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары, иҡтисад буйынса директор. 2009-2012 йылдарҙа – «Новые Системы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры. 2012-2013 йылдарҙа – «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе.
2014 йылдың ғинуарынан әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Секретариаты начальнигы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика