05:41 (UTC+5), 27 Января 2014

Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә Яңауылдағы йортто март аҙағы – апрель башына тиклем йүнәтеп бөтөргә ҡушты

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңауылда Совет урамы буйынса, янғын һөҙөмтәһендә бик ныҡ боҙолған, биш ҡатлы йортта тергеҙеү эштәре барышын тикшерҙе. Президент, 19 ғинуарҙа газ балоны шартлаған, өсөнсө подъезды, ундағы фатирҙарҙы ҡараны.
Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә әҙерәк зыян күргән икенсе һәм өсөнсө подъездағы фатирҙарҙың өлөшө инде йәшәргә яраҡлы һәм кешеләр күсенә башланы. Өсөнсө подъезда тағы ла күп кенә нәмәне эшләргә кәрәк. Экспертиза бөтә фатирҙар ҙа тергеҙерлек тип билдәләне.
Объектта 157 төҙөүсе мәшғүл. Эш оҙайтылған смена буйынса ойошторолған. Төҙөүселәр әйтеүенсә, булған бөтә етешһеҙлектәр март аҙағына тиклем бөтөрөләсәк. Икенсе һәм дүртенсе подъездарҙа ремонт эштәрен февраль аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.
Әлеге ваҡытта өсөнсө подъезда йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы эшләй, башҡа коммуникациялар йүнәтелә. Ишектәр һәм тәҙрәләр ҡуйылған, боҙолған төп конструкциялар көсәйтелгән. Хәҙер баҫҡыстар нығытыла, бүлмәләр бүленә.
- Заманса төҙөлөш технологиялары йүнәтеү эштәрен сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡытта башҡарыу мөмкинлеге бирә. Беҙ үҙебеҙгә, зыян күргән бөтә өс подъездағы эштәрҙе, март аҙағы – апрель башына тиклем тамамлау бурысы алдыҡ, — тине, төҙөүселәргә мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов. — Һәм экономияларға кәрәкмәй. Бөтә эштәр сифатлы башҡарылырға тейеш.
Урамда республика Президенты йорттоң зыян күргән кешеләре менән аралашты.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов янғын һөҙөмтәһендә ваҡытлыса торлаҡһыҙ ҡалғандар менән осрашты. Республика етәксеһе, улар өсөн «Кама» ҡунаҡханаһында һәм килеүсе нефтселәр өсөн дөйөм ятаҡта булдырылған, ваҡытлыса йәшәп тороу шарттары менән танышты. Ҡунаҡхананың биш номерында 16 зыян күреүсе урынлаштырылған. Нефтселәр дөйөм ятағында янғындан бөлгән биш кешегә ике бүлмә бирелгән.
Рөстәм Хәмитов урынлаштырыу шарттары менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Президент менән һөйләшеүҙә, янғандан бөлгән кешеләр, 25 мең һум күләмендә матди ярҙам алыуҙары тураһында һөйләне.
Президен шулай уҡ «Урал» ашханаһы базаһында ойошторолған туҡланыу пунктын ҡараны. Бында зыян күреүселәр өсөн өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика