07:36 (UTC+5), 23 Января 2014

Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева: «Кадрҙар һаулыҡ һаҡлауҙың төп проблемаһы булып ҡала»

Ғәлиә Нәбиева
Медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам итеү саралары бөтә ерҙә лә индерелергә тейеш. Бындай фекерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путинда үткән һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса кәңәшмә йомғағында Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы, Башҡортостандан депутат Сәлиә Мырҙабаева әйтте.
«Сәләмәтлек» милли проектын ғәмәлгә ашыра башлағандан алып һәм артабан һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау сиктәрендә өлкәгә бик ҙур финанс сығымдар һалынған, тип билдәләне депутат. Бөтә үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡала – илдә медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыу һәм кешеләргә асыҡ булыу.
Сәлиә Мырҙабаева фекеренсә, был стратегияның һөҙөмтәләре күренә – илдә демографик хәл яҡшырҙы, халыҡтың үлем кимәле кәмеүгә һәм рәсәйлеләрҙең ғүмер оҙонлоғо артыуға үҫеш йүнәлеше беленде. Әммә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә проблемалар ҡала әле.
- Бөгөн медицина ярҙамы сифатына һәм асыҡлығына тәьҫир итеүсе үтә киҫкен проблема – ул кадрҙар проблемаһы, табиптар һәм урта медицина персоналдары тәьминәте проблемаһы. Ә медицина ярҙамының сифаты тәү сиратта табиптар һәм медицина кадрҙары булыуына һәм табиптың квалификацияһына бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кадрҙар сәйәсәте мәсьәләһе, медицина хеҙмәткәрҙәре тәьминәтенә ҡағылған мәсьәлә тик һуңғы ике йылда ғына күтәрелә башланы, — тип билдәләп үтте парламентарий.
Рәсәйҙә эшләп килгән «Ауыл табибы» программаһы ҡалаларға, ауылдарға һәм ҡасабаларға 2012 йылда өҫтәмә 8 мең табипты йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, 2013 йылда – 6 меңгә тиклем. 2014 йылға планлыштырған аҡсалар менән тағы ла 5,9 мең табипты йәлеп итергә буласаҡ. Әммә, табиптар һәм медицина кадрҙары дефицитының дөйөм һаны – 40 мең кешене иҫәпкә алғанда, был ғына етмәй. Программа Федерация менән субъекттарҙың бергә финанслау шарттарында эшләй. Әммә медицина кадрҙарында үтә ҙур дефицит кисергән төбәктәр уға тулы күләмдә ҡушылманы, тип зарланды депутат.
- РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, территориялар проектҡа ҡушылырға мөмкинлек тапһын өсөн, резервта 500 миллион һум ҡалдырҙы. Шунлыҡтан «Берҙәм Рәсәй» партияһы эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе – ул бергә финанслауға мөмкинлек тапһындар өсөн РФ субъекттары, губернаторҙарыбыҙ менән эш итеү, — тип өҫтәне Сәлиә Мырҙабаева.
Төбәктәр һаулыҡ һаҡлау өлкәһен финанслауға өҫтәмә саралар таба алырлыҡ, тип ышана парламентарий. «Иң мөһиме — өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ ҡуя белеү», — тип иҫәпләй депутат.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика