Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Ғинуар 2014, 11:05

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары республика студенттары менән осрашты

Дәүләт Думаһында Башҡортостандан баш ҡала вуздарында белем алыусы студенттар өсөн экскурсия үтте. Яҡынлашып килгән Рәсәй студенттары көнө менән осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Тимченко һәм Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева ҡотланы.
Парламентарийҙарҙың эше менән «Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы ҡатнашыусылары танышты. Ойошма 2009 йылда республиканың кадрҙар потенциалын формалаштырыу һәм ҙур ҡалаларҙа йәштәрҙе йәмғиәтләштереүҙә ярҙам итеү өсөн ойошторолоп 2000-дән ашыу студентты һәм аспирантты берләштерә.
Ассоциация етәксеһе Азат Бәҙрәнов һөйләүенсә, Башҡортостан студенттары арҡала Мәскәүҙә беренсе тапҡыр Ҡурайсылар ассоциацияһы барлыҡҡа килде, ул баш ҡаланың төрлө-төрлө сараларында республика мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтә. Шулай уҡ студенттарҙың көсө менән Мәскәүҙә йыл һайын матурлыҡ конкурсы һәм башҡорт телендә КВН үткәрелә. Ассоциация ҡарамағында «Дискурс» дискуссия клубы эшләй, унда асыҡ лекциялар менән Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары-йәмғиәт белеме уҡытыусылары сығыш яһай. Йәштәр өсөн бик күп киң мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыла.
- Дәүләт Думаһында Башҡортостандан депутаттар корпусының республика студенттары менән осрашыуҙары яҡшы йолаға әүерелер, тип ышанабыҙ. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙә ҙур тәжрибәһе булған кешеләр менән аралашыу беҙҙең өсөн яҡшы нигеҙ булып тора, — тип билдәләне Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспиранты Рәмилә Хәсәнова.
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның рәхмәт хаттары һәм Ҙур театрға «Аҡҡош күле» балетына билеттар тапшырыу студент хәрәкәте активистары өсөн көтөлмәгән яҡшы бүләк булды.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: