09:10 (UTC+5), 23 Января 2014

Альбина Йосопова Өфөнөң Ленин районы хакимиәтен етәкләне

Ғәлиә Нәбиева
БР Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы хакимиәте башлығы итеп Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Альбина Йосопова тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа ошо көндәрҙә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.
Альбина Сәғит ҡыҙы Йосопова 1961 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетында инженер-иҡтисадсы һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юрист һөнәрҙәрен үҙләштергән.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда «Прогресс» Башҡорт производство берекмәһендә иҡтисадсы булып башлай. Артабан «Рассвет» конструктор-технологик бюрола, «Прогресс» Башҡорт производство берекмәһендә партия комитеты секретары урынбаҫары булып эшләй. 1990 йылда Өфө ҡалаһының Киров районы финанс бүлегенә күсә, 1994 йылда Ленин районы хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире, ә һуңынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып китә.
2001 йылда Альбина Йосопова Өфө ҡалаһы Хакимиәте (2006 йылдан алып Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимите) башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны әлегә тиклем биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика