Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Ғинуар 2014, 16:38
Республика парламенты депутаттары Яңауылда зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтәсәк
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы депутаттары бер көнлөк эш хаҡын Яңауылда газ шартлау һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә күсерергә ҡарар итте.
- Үткән көндәрҙәге фажиғә бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы, — тине, ҡарарға аңлатма биреп республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев. — Беҙ аңлайбыҙ, был осраҡта төрлө ярҙам урынлы буласаҡ, шул иҫәптән финанс та. Мин һәм коллегаларым Яңауылда зыян күреүселәргә ярҙам итеп бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар иттек.
Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай форма беренсе тапҡыр ҡулланылмай. Алдан депутаттар быға оҡшаш ярҙамды Краснодар крайын һыу баҫҡанда һәм Иглин районының Урман ҡасабаһында арсенал шартлағанда зыян күреүселәргә күрһәтте.
Үткән көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Яңауылда фажиғә урынында булды. Ул район башлығы Илшат Вәзиғәтов менән берлектә тергеҙеү эштәрен үткәреү, зыян күреүселәргә ярҙам итеү варианттарына фекер алышты. Шулай уҡ Константин Толкачев һәләк булғандарҙы ерләүҙә ҡатнашты.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
бр дәүләт йыйылышы
Читайте нас