05:32 (UTC+5), 20 Ғинуар 2014

Владимир Путин: «Өфө ҡайһы бер эре саралар үткәрергә дәғүә итә, һәм беҙ Өфөгә был йүнәлештә ярҙам итәсәкбеҙ»

Ғәлиә Нәбиева
- Өфө ҡайһы бер эре саралар үткәрергә дәғүә итә, һәм беҙ, әлбиттә, Өфөгә был йүнәлештә ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай итеп, ҡайҙа һәм нимә үткәрергә ҡарарбыҙ, — тине, Өфөлә тыуған волонтер Евгенияның һорауына яуап биреп, Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Дәүләт башлығы 2014 йылғы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыусы волонтерҙар менән осрашты.
Евгения Президенттан, киләсәктә Олимпия уйындарын үткәрергә дәғүә итеүселәр сифатында ниндәй ҡалалар ҡарала, тип һораны. Ул Мәскәү, Питер буласаҡмы әллә, киләсәктә уларҙы үҫтерерлек, ниндәйҙер үҙәктән ситтәге ҡалалармы?
Владимир Путин, Петербург күптән үҙендә эре халыҡ-ара ярыштар, шул иҫәптән Олимпия уйындарын үткәреү тураһында мәсьәлә ҡуя, тип билдәләне.
- Ҡарарбыҙ, сөнки күп нәмә объекттарҙың әҙерлегенән, һәм беҙҙең Рәсәй Федерацияһының, баш ҡалаларынан тыш, башҡа төбәктәрен үҫтереү теләгенән дә тора, дөрөҫөн әйткәндә, шуға күрә беҙ Сочины һайланыҡ, — тип аңлатты дәүләт башлығы. — Был һайлау осраҡлы булманы ла. Беренсенән, беҙгә күпселек ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса компетенцияны тергеҙергә, яңы майҙансыҡтар, яңы тренировка базалары төҙөргә һәм курортты үҫтерергә кәрәк ине.
Владимир Путин, «эре халыҡ-ара һәм сәйәси, һәм спорт саралары үткәргәндә географияны киңәйтә алырлыҡ итеп эшләргә тырышасаҡбыҙ», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Президент ышаныс белдереп, «төбәкте үҫтереүгә финанс, административ ресурстарҙы йүнәлтеү был һәр ваҡыт бик яҡшы сәбәп. Өфө, шулай уҡ беҙҙең саралар үткәреү үҙәге буласаҡ, тип ышанам…», тине.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика