13:30 (UTC+5), 17 Ғинуар 2014

Рөстәм Хәмитов «Хайчен Нефтемаш» Ҡытай компанияһы етәксеһе менән осрашты

Сергей Захаров
17 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Хайчен Нефтемаш» Ҡытай компанияһының генераль директоры Ван Чжэнжуан менән осрашты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала нефть-газ сығарыу ҡорамалдары етештереү буйынса уртаҡ предприятие төҙөү перспективалары тикшерелде.
- Ҡытай Халыҡ Республикаһы беҙ бөгөн эшләгән төп партнерҙар иҫәбенә инә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бер йыл эсендә сауҙа әйләнеше 600 миллион доллар самаһы тәшкил итте. Тауар әйләнешен үҫтереүҙә яҡшы мөмкинлектәребеҙ бар. Нефть-газ ҡорамалдары етештереү производствоһын төҙөү өлөшөндә республикабыҙҙы һайлауҙары менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Беҙҙә инвесторҙарға яҡшы һалым ташламалары ҡаралған заманса ҡануниәт формалашҡан. Хөкүмәт документтарҙы рәсмиләштереүҙә, төрлө административ процедураларҙы үтеүҙә ярҙам итә. Беҙ эре инвесторҙар менән айырым эшләйбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
- Беҙ донъяның 50-нән ашыу иленә туранан-тура заманса ҡорамалдар еткереп бирәбеҙ. Беҙҙең сәйәсәт – юғары технологик ҡорамалдар етештереү. Бергәләп үҫешер өсөн уртаҡ предприятие төҙөй алабыҙ. Беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы үҫеше һәм реформаһы комитетынан һеҙҙең турала мәғлүмәт алдыҡ. Беҙгә, Башҡортостан хеҙмәттәшлек варианттарын эҙләй тип хәбәр иттеләр. Предприятиебыҙ шулай уҡ партнерлыҡ менән ҡыҙыҡһына , — тине Чжэнжуань әфәнде.
Осрашыуҙың тулыраҡ стенограммаһы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында баҫылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика