Евгений Александрович Гурьев 1971 йылдың 21 сентябрендә Бөрөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын һәм Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты. Төрлө йылдарҙа «Башҡортостан» банкының әйҙәүсе юрисконсультанты, хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы урынбаҫары; «Урал-Себер банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең юрисконсультанты, өлкән юрисконсультанты, юридик идаралыҡ начальнигы, юридик департамент директоры, башҡарма директоры, вице-президенты; Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһендә идарасы урынбаҫары; «УРАЛСИБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Волга буйы төбәк дирекцияһы етәксеһе, башҡарма директоры, төбәк бизнесы буйынса төп башҡарма директоры
булып хеҙмәт иткән; һуңғы өс йылда «УРАЛСИБ» банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе урынбаҫары, банк Идараһы ағзаһы булды.