16:21 (UTC+5), 15 Ғинуар 2014

2021 йылда Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына Рәсәйҙән Өфө дәғүә итә

"Башинформ"
14 ғинуарҙа Мәскәүҙә Рәсәй территорияһында Халыҡ-ара спорт ярыштарын ойоштороу һәм үткәреү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында 2021 йылдағы XI Бөтә донъя уйындарын үткәреүҙә Өфөнө ҡала-кандидат сифатында күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Кәңәшмәне Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак үткәрҙе.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Комиссия ултырышында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын үткәрергә республика әҙер, тип билдәләне.
«Башҡортостан – эре халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә булған Рәсәйҙең иң спорт төбәктәренең береһе булып лайыҡлы иҫәпләнә», – тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй заявкаһы Халыҡ-ара Бөтә донъя уйындары ассоциацияһының Ойоштороу комитетына 2014 йылдың май аҙағына тиклем тапшырыласаҡ. Уйындарҙы үткәреү урыны тураһындағы һуңғы ҡарар 2015 йылда ҡабул ителәсәк.
Башҡортостан Бөтә донъя уйындары үткәреү хоҡуғына эйә булыу өсөн заявка кампанияһында ҡатнашыуға 2011 йылдан алып әҙерлек эше башлаған. 2012 йылдың ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президентының заявка китабын әҙерләү тураһында тейешле Указы сыҡҡан, унда саралар планы һәм республика ойоштороу комитеты составы раҫланған.
2012 йылдың июнендә Өфөгә Халыҡ-ара Бөтә донъя уйындары ассоциацияһы президенты Рональд Фройлих һәм ойошманың генераль секретары Джоаким Госсов эш сәфәре менән килгән ваҡытта, халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын ойоштороу һәм үткәреүҙә республика әҙерлеген ыңғай баһаланы.
Ярыштар 11 көн дауамында 2021 йылдың июль-авгусында үтәсәк. Донъяның 100-ҙән ашыу иленән 3600 спортсыһы, 200 рәсми кешеһе һәм 400 киң мәғлүмәт сараралы вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика