Рәмил Хөрмәт улы Дилмөхәмәтов 1954 йылдың 12 сентябрендә Балаҡатай районының Яңы Масҡары ауылында тыуа. Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда «Төрөкмәнэнергоремонт» тресты Марый участкаһында слесарь булып башлай. Төрлө йылдарҙа «Союзнефтеавтоматика» Бөтә Союз берекмәһенең көйләү идаралығында техник; Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығының етештереү тресында инженер, өлкән мастер, баш инженер; район Советының коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығы; Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – муниципаль милеккә идара итеү буйынса комитет рәйесе, баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып
эшләй.