Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ғинуар 2014, 13:00
Төбәк башлығы: «Магазин кәштәләрендә республика продукциялары булырға тейеш»
Башҡортостан Президенты Белорет районы буйынса эш сәфәре барышында урындағы аҙыҡ-түлек магазиндарының тауар төрҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Тирлән ауылында республика башлығы ит кибетендә булды. Магазин, халыҡтан һатып алынған, яңы һуйылған ит, шулай уҡ ит ярымфабрикаттары һәм колбасалар һата. Тауар төрҙәрен өйрәнеү барышында, сауҙа предприятиеһы колбасаларҙың күп өлөшөн Силәбе өлкәһенән килтереүе асыҡланды. Был, ошо төр продукцияның күрше өлкәлә арзан хаҡҡа һатылыуы менән бәйле.
- Урындағы магазиндарҙа күберәк республикала етештерелгән тауарҙар һатылыуы мотлаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Уларҙы һатыуҙан средстволар республика бюджетына кире ҡайта, һуңынан шул аҡсаларға Тирләндә кәрәкле социаль объекттар төҙөп була.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
бр президентының эш сәфәрҙәре
Читайте нас