06:19 (UTC+5), 13 Января 2014

Башҡортостан Президенты Белорет районында йылытыу миҙгеленең барышын тикшерҙе

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 11 ғинуарҙа, эш сәфәре менән Белорет районына барҙы. Республика башлығы яңы блоклы ҡаҙандарҙың эшен тикшерҙе, социаль объекттарҙы ҡараны, Тирлән ауылы халҡы менән аралашты, ветерандарҙың хәлен белеште.
Тирлән ауылында Рөстәм Хәмитов йорттарҙа һәм социаль өлкә объекттарында йылытыу системаһын реконструкциялау буйынса проектты тормошҡа ашырыу менән танышты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Проект сиктәрендә йыл эсендә бөтәһе дүрт блоклы газ ҡаҙандары һалынған. Уларҙың берәүһенең эшен Башҡортостан Президенты тикшерҙе. Яңы ҡаҙанлыҡ бүлмәһе йылытыу миҙгеле башында тест үткәреү режимында сафҡа индерелде. Хәҙер ебәреү-көйләү эштәре тамамланған тиерлек. Ҡаҙанлыҡ Тирлән участка дауаханаһын йылы менән тәьмин итә. Элек медицина учреждениелары иҫке күмер ҡаҙанлығы менән йылытыла ине. Туҙған селтәрҙәр һәм объекттарҙың алыҫ урынлашыуы сәбәпле йылылыҡ ҙур күләмдә юҡҡа сыға торғайны. Һөҙөмтәлә, бер гигакалорий йылылыҡ ике мең һумға тура килә ине.
Ошо уҡ проект сиктәрендә ауыл биләмәһенең 431 фатирында шәхси газ ҡаҙандары ҡуйылды. Ул 2200 кешене йылы менән тәьмин итергә мөмкинселек бирҙе. Республика башлығына һөйләүҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тирләндәрҙең йылылыҡ өсөн түләүҙәре ике тапҡырға кәмене.
- Тирлән йылылыҡтың ҡиммәтлелеге арҡаһында оҙаҡ интекте, сөнки йылытыу системаһы файҙаһыҙ эшләне, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Хәҙер был мәсьәлә хәл ителде.
Энергияны һаҡсыл файҙаланыусы яңы ҡорамалды сафҡа индереүҙән иҡтисади файҙа күләме 7 миллион 200 мең һумдан уҙасаҡ.
- Бындай проекттарға аҡса йәлләргә кәрәкмәй. Иң мөһиме, кешеләр отошта ҡала, — тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы хеҙмәт ветераны Нина Григорьевна Гаеваның хәлен белешергә тигән саҡырыуҙы ҡабул итте. Өлкән ҡатын Башҡортостан Президентына өс тапҡыр мөрәжәғәт итте. Ике мөрәжәғәте газофикациялау, өйҙө ремонтлау һәм канализация системаһын үткәреү тураһында үтенестәргә бәйле булды. Президент Хөкүмәткә һәм муниципаль район хакимиәтенә тейешле саралар күрергә ҡушты. Рөстәм Хәмитов йөкләмәләр үтәлешен үҙе тикшерҙе.
Нина Григорьевна республика башлығына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, шәхси газ ҡаҙандарын ҡуйғанға тиклем уға йылылыҡ өсөн ай һайын 2-шәр мең һум түләргә тура килә ине. Хәҙер был сумма 450 һумға тиклем кәмене.
Эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов ауыл халҡы менән аралашты, һорауҙарға яуап бирҙе. Тирләндәр туҙған йорттарҙы ремонтлау һәм балаларға уйын майҙансыҡтары төҙөү проблемаларын күтәрҙе.
- Ауылды төҙөкләндереү буйынса эште беҙ мотлаҡ рәүештә дауам итәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика