Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Декабрь 2013, 11:44

Республика парламентының яҙғы сессияһы эше 14 ғинуарҙа башлана

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары яңы йылда эште 14 ғинуарҙан дауам итәсәк. Был көндө Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше (11.30), Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеттарҙың (14.30) ултырыштары үткәрелә.
Шаршамбы, 15 ғинуарҙа, Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеттың (сәғәт 11-ҙә) һәм Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыурлыҡ буйынса комитеттың (14.30) ултырыштары билдәләнгән.
Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет 16 ғинуарҙа сәғәт 10-да ултырыш үткәрә Был көндө тағы өс профилле Комитеттың ултырыштары планлаштырылған: 11.30 — Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса, 14.30 — Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса һәм 16 сәғәттә – Дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас