12:28 (UTC+5), 30 Декабря 2013

Рөстәм Хәмитов төрлө өлкәнән иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Федераль һәм республика кимәлендәге наградалар тапшырыу тантанаһы республика Йортонда үтте.
- Яңы йыл алдынан мин күңелле миссия башҡарам – һеҙгә наградалар тапшырырға теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Наградалар лайыҡлы, һеҙ уны үҙ хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ менән яулап алдығыҙ. Бына шулай бөтә күңелегеҙҙе һалып, тырышып, намыҫлы эшләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт кенә әйтәһе килә.
Башҡортостан Президенты Волгоградтағы трагедия темаһын урап үтә алманы.
- Тағы ла Волгоградтан фажиғәле хәбәр: сираттағы теракт – троллейбусты шартлатҡандар. Тағы ла күп кешеләр үлгән. Әлбиттә, был беҙҙең кәйефте ҡыра. Аңлашыла, илебеҙҙең үҫешеүе күптәрҙә ҙур көнсөллөк уята, шул сәбәпле етди проблемалар килеп тыуа ла. Беҙ, һис шикһеҙ ҡайғы уртаҡлашабыҙ. Былар ауыр хәбәрҙәр. Әммә быны эшләүселәр беҙҙе ҡурҡыта алмай, беҙ үҙебеҙгә тейешлене эшләйәсәкбеҙ: хеҙмәт итәсәкбеҙ, үҫешәсәкбеҙ, һәм беҙҙе бер кем дә туҡтата алмаясаҡ.
Наградалар тапшырып, Рөстәм Хәмитов, «һеҙҙең кеүек етди, көслө кешеләребеҙ булғанда, беҙ тағы ла ышаныслыраҡ, тағы ла тырышыбыраҡ эшләйәсәкбеҙ, шулай булырға тейеш тә», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Һеҙҙе лайыҡлы наградаларығыҙ менән ҡотлайым, һеҙгә изгелек, һаулыҡ, уңыштар теләйем. Яңы йыл алдынан бындай награда алыу үтә ҡыуаныслы. Уҙып барған йылда һеҙ намыҫлы хеҙмәт иттегеҙ, дәүләт быны иғтибарһыҙ ҡалдырманы һәм хеҙмәтегеҙҙе тейешенсә баһаланы, — тине республика башлығы.
Дәүләт наградаларына 20 кеше лайыҡ булды. Улар араһында – табиптар, журналистар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, муниципаль берәмек башлыҡтары, ғалимдар.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика