09:19 (UTC+5), 27 Декабря 2013

Өфө һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Путин менән осрашыуҙа булды

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы йыл алдынан илдең бөтә кимәлдәрҙәге һайлау комиссиялары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Саҡырылғандар иҫәбендә Өфөнөң 185-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғаяз Хисмәтуллин да булды. Осрашыуҙа һайлау системаһының асыҡлығын арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Владимир Путин, беҙҙең һайлау комиссияларында 46 партия вәкилдәре эшләй, тип билдәләне. Был комиссиялар эшен законға ярашлы яһай, һайлауҙар һөҙөмтәләренә ышаныс арта. Дәүләт башлығы һайлау кампанияларында ҡатнашыусы партияларҙы консультациялау, ғәмәлдәге ҡануниәтте аңлатыу буйынса эште хупланы.
- Кешеләр үҙҙәренең хоҡуҡтарын белһен, уларҙы аңлаһын һәм үҙ эштәрен ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ҡора алһын өсөн был бик мөһим, тип иҫәпләйем, — тине Владимир Путин.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервью биргәндә Ғаяз Хисмәтуллин һөйләүенсә, ил Президенты менән һайлау комиссияларының эшен артабан уларҙың хоҡуҡи статусы күҙлегенән сығып ҡороу мәсьәләләре тикшерелде.
- Минең ҡайһы бер коллегаларым агитация үткәреү ҡағиҙәләрен ябайлаштырыу тураһында мәсьәләгә кире ҡайтырға, шулай уҡ тауыш биреү техникаһына ышаныс проблемаһын тикшерергә тәҡдим итте, — тип билдәләне участка һайлау комиссияһы рәйесе.
Владимир Путин һайлауҙарҙы ойоштороусыларға был һорауҙарҙы ҡануниәт һәм башҡа ҡыҙыҡһыныусы яҡтар менән тикшерергә вәғәҙә бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика