Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
11:04 (UTC+5), 27 Декабрь 2013

Башҡортостанда яңы быуын юғары уҡыу йорто ойошторола

Людмила Терновая
Башҡортостанда яңы быуын инновацион күп профилле вуз барлыҡҡа киләсәк. Бындай ҡарар Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты менән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ғилми Советтары ултырыштарында ҡабул ителде. Яңы типтағы университет йәмғиәттең иҡтисади, социаль, гуманитар өлкәләре, шулай уҡ халыҡ хужалығының тауарҙар етештереү һәм халыҡты хеҙмәтләндереү тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк.
— Башҡортостанда юғары профессиональ белем биреү өлкәһендә үҙенсәлекле ваҡиға була — ике университет бер университетҡа берләшә, — тине Дәүләт Думаһы депутаты Александр Дегтярев. — Яңы вуздың исеме әлегә билдәләнмәгән, әммә ике вариант бар — «Башҡортостандың яңы юғары мәктәбе» һәм «Яңы Өфө юғары мәктәбе». Был ике университет социаль-гуманитар, иҡтисад һәм педагогия профилендә белгестәр әҙерләү йүнәлештәрен берләштерә.
Ғилми Советтар ултырыштарында Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығына Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты менән Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡушыу нигеҙендә яңы юғары уҡыу йорто ойоштороу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика