13:17 (UTC+5), 26 Декабря 2013

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Башҡортостан Президентының Мөрөжәғәтнамәһе йәмғиәтте туплауға йүнәлтелгән»

Ғәлиә Нәбиева
- Башҡортостан Президенты киләһе йылға төбәктең төп үҫеш нөктәләрен билдәләне, — тип республика башлығының БР Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. — Был, иң элек, республика халҡының тормош сифатын, граждандарыбыҙҙың рухи һәм физик һаулығын үҫтереү, уларҙы лайыҡлы торлаҡ, эш шарттары менән тәьмин итеү, яңы эш урындары булдырыу.
Депутат әйтеүенсә, был моменттар айырыуса мөһим, сөнки республикала һәм тотош ил буйынса сәйәсәттең төп маҡсаты – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу. Рәсәйҙә тормош ҙур, бай, күп милләтле илгә лайыҡлы булырға тейеш.
- Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә билдәләгән төп тема – иғтибарҙы йәмғиәтте туплауға йүнәлтеү. Граждандарҙың һәм властың үҙ-ара килешеп эшләүенә. Берҙәм йәмғиәт кенә тәғәйен һөҙөмтә бирә ала. Властың бөтә тармаҡтары ла, иң элек, республикала ла, ҙур илебеҙҙә лә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға эшләргә тейеш.
Республика алдында ярайһы уҡ ҡатмарлы йыл – ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек, Рәсәй Президентының май айындағы указдарын тормошҡа ашырыу. Зөһрә Рәхмәтуллина, Мөрәжәғәтнамәлә ҡуйылған маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн республикала бөтә шарттар ҙа бар, тип билдәләне. Төбәк үҫешә, һөҙөмтәле инвестиция ҡануниәте булдырылған. Башҡортостанға инвесторҙар килә, уларға етди административ ярҙам күрһәтелә.
Бөгөн Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә булған төп моменттар башлыса Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән положениеларға оҡшаш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика