Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Декабрь 2013, 13:54
Рөстәм Хәмитов: “Йәмғиәтте уңышлы үҫтереү өсөн иртәгәһе көн технологиялары мөһим”
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, йәмғиәтте уңышлы үҫтереү өсөн иртәгәһе көн технологиялары мөһим, тип белдерҙе.
— Сифат яғынан яңы кимәлгә сығыу өсөн беҙгә фекерләү рәүешен үҙгәртергә, кешеләрҙе үҙ артыңдан эйәртергә, тормошобоҙға техник яңылыҡтар индерергә, роботлаштырыуҙы киңәйтергә, яңы материалдар файҙаланырға, виртуаль технологиялар ҡулланып, ижад, инновациялар өсөн ваҡыт бушатырға кәрәк. Бындай шарттарҙа йәшәй алған ғына түгел, заманса мөхит булдыра алғандар ғына цивилизациялы кеше тип иҫәпләнә ала. Кешеләрҙең яңы тормош сифатын тәьмин итеү буйынса ижади эшмәкәрлек атмосфераһында ғына беҙ аҡыллы йәмғиәт принциптарына таянып үҫешкән, кеше мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән хәҙерге Башҡортостан нигеҙҙәрен төҙөй алабыҙ, — тине республика етәксеһе.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
бр президенты мөрәжәғәтнамәһе
Читайте нас: