07:45 (UTC+5), 26 Декабря 2013

Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламенты депутаттары алдында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Тәҡдим ителгән документта яҡын ваҡыт арауығына һәм алыҫ киләсәккә республиканың төп йүнәлештәре билдәләнгән.
Былтыр 30 ноябрҙә тәҡдим ителгән бынан алдағы Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов, граждандарҙың көнкүрешен яҡшыртырға һәм улар өсөн лайыҡлы йәшәү шарттары булдырырға ынтылыу яҡын аралағы төп бурыс, тип әйткәйне. Быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә лә кешеләрҙең тормошон яҡшыртырға ынтылыуҙы яҡын киләсәккә бурысты билдәләүсе йүнәлеш тип атаны.
- Беҙҙең төп маҡсат – кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, граждандарға уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп көс, мөмкин булған бөтә материалдарҙы һәм интеллектуаль ресурстарҙы файҙаланыу талап ителә. Беҙ бөтә нәмә йылдам үҫешкән донъяла йәшәйбеҙ. Хәҙерге йәмғиәттең төп сифаттары – дөйөм индустриялаштырыу, инновация иҡтисады, кешелек капиталына инвестициялар өҫтөнлөгө. Иҫкергән шаблондар яраҡһыҙ, тимәк, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яңы механизмдар эҙләргә кәрәк. Тормош сифатының үҫеше тәү сиратта йәмғиәттең үҫеш кимәленә, уның мәҙәниәтлелегенә, матди һәм рухи дәғүәләренә бәйле, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика