13:14 (UTC+5), 26 Декабря 2013

БР Йәмәғәт палатаһы потенциалы тулы күләмдә файҙаланылмай – Башҡортостан Президенты

Людмила Терновая
Рөстәм Хәмитов, БР Йәмәғәт палатаһы потенциалын һөҙөмтәле файҙаланыр өсөн башҡарма власть органдары ҡарамағында йәмәғәт Советтары ойошторорға кәрәк, тип иҫәпләй. Был хаҡта ул республика Дәүләт Йыйылышында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда билдәләне.
- Республика Йәмәғәт палатаһы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн файҙалы майҙансыҡҡа әүерелергә тейеш. Әлегә уның потенциалы тулыһынса файҙаланылмай. Граждандарҙың социаль һәм сәйәси ихтыяждарына ҡағылған дәүләт ҡарарҙары Палата ҡарамағында экспертиза процедураһын үтергә тейеш. Бының өсөн уларҙың вәкәләттәрен аныҡлау мөһим, шул иҫәптән, федераль кимәлдәге кеүек, республика башҡарма власть органдарының йәмәғәт Советтарын ойоштороу яғынан да, — тине республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика