Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Декабрь 2013, 16:15
Башҡортостан Президентын республика Башлығы тип атарға тәҡдим ителде
«Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында» закон проектына ярашлы, төбәк етәксеһе вазифаһы икенсе төрлө аталасаҡ. Был закон проекты республика парламентының бөгөнгө пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа күпселек тауыш менән ҡабул ителде. Был турала инициативаны БР Конституция суды рәйесе Люция Ғүмәрова еткерҙе. Үҙ докладында ведомство башлығы, проект менән республика Конституцияһының ҡайһы бер статьяларына үҙгәрештәр индерелә, тип хәбәр итте. Улар араһында — 2010 йылдың 28 декабрендәге федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъектының иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһы атамаһын үҙгәртеү. Закон проекты менән республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһын «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» тип атарға тәҡдим ителә.
«Бер төрлө ҡағиҙәгә буйһондороу маҡсатында республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһы рәсми рәүештә дәүләт телдәрендә билдәләнә. «Глава Республики Башкортостан» һәм «Башҡортостан Республикаhы Башлығы» атамаларының мәғәнәһе бер төрлө тип иҫәпләнә», — тиелә проектҡа аңлатмала.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
ҡануниәт
Читайте нас