Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2013, 17:07

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Нуриман районы мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләһен уңышлы хәл итә»

Нуриман районының Никольский ауылында башланғыс мәктәп базаһында 30 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылды. Балалар баҡсаһын асыу тантанаһы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 20 йыллығына арналды. Тантанала Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Венер Ғимаҙетдинов һәм Вячеслав Якин ҡатнашты.
Ауылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу – балалар һәм ата-әсәләр өсөн күптән көтөлгән бүләк. Мәктәпкәсә белем биреү төркөмө элек коммуникацияларһыҙ, белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн майҙаны аҙ булған, ҡулайлаштырылмаған бинала урынлашҡайны. Бөгөнгө көнгә ауыл мәктәбе бинаһында ҙур ғына реконструкция үткәрелде, һәм хәҙер ул заманса санитар-эпидемиологик талаптарға һәм балаларҙың эстетик зауығына яуап бирә. Бинала кәрәкле коммуникациялар үткәрелгән, балалар өсөн заманса уңайлы һәм матур йыһаздар, төрлө уйынсыҡтар һәм һәләтлелекте үҫтереү уйындары, уҡытыу әсбаптары һәм баланың гармониялы үҫеше өсөн материалдар һатып алынған. Бында балалар үҙҙәрен уңайлы һәм иркен тойһон өсөн кәрәкле бөтә нәмәләр ҙә бар.
- Нуриман районы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән тәьмин итеү мәсьәләһен уңышлы хәл итә, — тип иҫәпләй Зөһрә Рәхмәтуллина. — Район хакимиәте ауылда мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороуҙың заманса формаларын индереүгә етди иғтибар бүлә. 2013 йылда ғына Яңы Субай, Яңы Бүрес, Үкәрле ауылдарында мәктәптәр ҡарамағында 105 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре асылған.
Парламентарий әйтеүенсә, әкренләп райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират кәмей, быйыл 184 бала сиратта тора ине.
- Районда яңы балалар баҡсалары төҙөлөүен, һәм 2014 йылда Красный Ключ ауылында бассейны булған 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылыуын иҫәпкә алғанда, урындар етмәү мәсьәләһе бөтөрөләсәк, — тип иҫәпләй Зөһрә Рәхмәтуллина.
Әлеге ваҡытта районда 4 муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләп килә: Яңы Күл ауылында «Дуҫлык» балалар баҡсаһы, Павловкала «Баҙлауыҡ», Красный Ключта «Йылмайыу», Красный Горкала «Әкиәт» һәм ауыл мәктәптәрендә 11 мәктәпкәсә белем биреү төркөмө.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: