07:29 (UTC+5), 24 Декабря 2013

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхритдинов граждандарҙы ҡабул итте

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхритдинов «Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәйесенең Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Парламентарийға 10-дан ашыу кеше килде, башлыса, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың социаль проблемаларына бәйле һорауҙар бирелде.
Күп хәлдәр депутаттан ентекле тикшереү талап итә, әммә ҡайһы берҙәрен хәл итеүҙе тиҙләтергә лә мөмкин булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе менән әңгәмәнән һуң Дәүләт Думаһы депутаты урында уҡ телефон аша Өфө районы хакимиәте башлығына шылтыратып, гражданға иғтибарлы ҡарауҙарын үтенде.
Шулай уҡ Иршат Фәхритдиновҡа Мәләүез районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ирен юғалтҡан тол ҡатын мөрәжәғәт итте. Ул торлаҡ һатып алыуға закон буйынса үҙенә тейешле сертификатты алыуҙа ярҙам итеүҙәрен үтенде. Депутат был проблеманы үҙ контроленә алырға вәғәҙә итте.
Ҡабул итеү көнөндә ҡайһы бер һорауҙарға телдән аңлатма бирелде, ҡалғандары буйынса тейешле муниципаль һәм дәүләт органдарына депутат запростары ебәреләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика