06:09 (UTC+5), 20 Декабря 2013

Рөстәм Хәмитов милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса ултырышта ҡатнашты

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты, ул Ульяновскиҙа үтте. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы төбәктәрендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса төбәк программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
— 12 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә был темаға ҙур иғтибар бүленде, ундағы проблемалар ҙа, шулай уҡ уларҙы хәл итеү юлдары ла телгә алынды. Дәүләт башлығы этник-ара көсөргәнеш тыуҙырыусылар тураһындағы мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы, уларҙы «әхләҡһеҙ интернационалдар» тип атаны, — тине Михаил Бабич, ултырышты асып.
Тулы хоҡуҡлы вәкил, Волга буйы өсөн конфессия-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр проблемаһы, илдең башҡа төбәктәренә ҡарағанда, айырыуса актуаль. Был округка халыҡтың күп милләтле һәм күп конфессиялы составы хас булыуы, милли-мәҙәни тормоштоң әүҙем алып барылыуы, төрлө конфессияға ҡараған дини ойошмаларҙың күп булыуы һәм туҡтауһыҙ миграция ағымы менән бәйләнгән.
Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Президенты журналистарҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе.
— Советтың бөгөнгө ултырышының темаһы көн тәртибендә Волга буйы федераль округында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡарау тип билдәләнгән. Шулай уҡ конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе лә ҡаралды. Үҙ сығышымда мин мосолман өммәтен, ислам мәғарифын ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙем. Бөгөн беҙҙә был йүнәлештә эшләгән имамдарҙың күбеһенең махсус белеме юҡ. Сираттағы тапҡыр мин Рәсәй Федерацияһында, атап әйткәндә, Өфөлә һәм Ҡазанда, мосолман белем биреү үҙәктәре ойошторорға кәрәк булыуын иҫбатланым. Был тәҡдимде яҡлап сыҡтылар, һәм ул Совет ултырышының йомғаҡлау протоколында сағылдырылыр, тип уйлайым. Етмәһә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Волга буйы федераль округында, Өфөлә һәм Ҡазанда, бындай үҙәктәр төҙөү тураһында күрһәтмә бирҙе, — тине Рөстәм Хәмитов.
— Беҙҙең республикала проблемалар бөтөнләй юҡ, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, Белорет ҡалаһында, дөрөҫөрәге уның эргәһендәге Железнодорожный ҡасабаһында, ярайһы уҡ көсөргәнешле хәл булып алды. Беҙ Волга буйы федераль округы менән берлектә был тораҡ пунктындағы хәлде яйға һала алдыҡ. Бөгөн унда ярайһы уҡ хәүефһеҙ мөхит. Беҙ хәлде күҙәтеп барабыҙ, һәм асыҡтан-асыҡ әйтәм, унда ниндәй ҙә булһа милләт-ара конфликттарға юл ҡуймаясаҡбыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика