11:53 (UTC+5), 20 Декабря 2013

Октябрьский ҡалаһы башлығы итеп Алексей Шмелев тәғәйенләнде

Сергей Захаров
20 декабрҙә Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы Алексей Шмелевты контракт буйынса ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Алексей Николаевич Шмелев 1960 йылдың 11 мартында Дәүләкән районының Ленинский ҡасабаһында тыуған. Белеме буйынса инженер-төҙөүсе, Ҡазан инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының Октябрьский ремонт-төҙөлөш идаралығында мастер, баш инженер, начальник, «Туймазынефть нефть-газ табыу идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең автотранспорт-юл цехы начальнигы, «Октябрьский нефть-газ машиналары эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй.
2007 йылда Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Быйыл ноябрҙән алып ваҡытлыса ҡала башлығы вазифаһын башҡара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика